🎭 Башҡортостан Башлығы Өфөләге яңыртылған Актёрҙар йортоноң ҡасан әҙер буласағын хәбәр...
🎭 Башҡортостан Башлығы Өфөләге яңыртылған Актёрҙар йортоноң ҡасан әҙер буласағын хәбәр итте Актерҙар йортон асыуҙы Өфөлә үтәсәк ШОС саммитына тура килтерергә ниәтләйҙәр. "Ул 2028 йылдың уртаһына әҙер булырға тейеш", – тине Радий Хәбиров. Республика етәксеһе шулай уҡ театр һәм кино легендаһы, Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе Владимир Машков менән осрашыуы хаҡында һөйләне: – Театр сәнғәтен үҫтереү тураһында бик яҡшы әңгәмә булды. Башҡортостандың Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе Алмас Әмиров та беҙҙең менән булды. Бергәләп Актёрҙар йортон төҙөкләндереү мәсьәләһен тикшерҙек, – тип билдәләне Радий Хәбиров.