🥊 Азалия Әминова — бокс буйынса Европа чемпионы!
🥊 Азалия Әминова — бокс буйынса Европа чемпионы! Башҡортостан спортсыһы Европа беренселегендә 65 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында алтын миҙал яуланы. Финалда Азалия Олимпия уйындарында ҡатнашҡан Венгрия спортсыһы Луца Хамориҙы еңде. Азалия үҙе был алышты турнирҙағы иң еңел алыш тип атаны. 🥇 Был спортсының Европа чемпионатындағы өсөнсө алтын миҙалы. Быға тиклем ул 2020 һәм 2025 йылдарҙа еңеү яуланы. Яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ һәм яңы еңеүҙәр теләйбеҙ! 👏
1 744 просмотров