👩🍳 Тышы кетерләп торған, эсе йомшаҡ картуфты өйҙә лә еңел генә әҙерләргә мөмкин! 😋 — 1 октября 2026 г. в 13:28:00.975
👩🍳 Тышы кетерләп торған, эсе йомшаҡ картуфты өйҙә лә еңел генә әҙерләргә мөмкин! 😋 🥔 Башта картуфтың тышын әрсеп, бешерәбеҙ. Зәйтүн майы һәм тәмләткестәр өҫтәп, яҡшылап бутайбыҙ. Табаға теҙеп, 180 °C-ҡа тиклем йылытылған мейестә 30 минут, ҡыҙарып бешкәнсе тотабыҙ. 🥣 Шунан соус әҙерләйбеҙ: тоҙло ҡыяр, майонез, һарымһаҡ, укроп һәм ҡара боросто блендерға һалып, бер төрлө массаға килгәнсе ваҡлайбыҙ. Соус әҙер! Картуф менән бергә табынға бирәбеҙ. Ашығыҙ тәмле булһын! 😋
821 просмотров