Республикала Матди булмаған мәҙәни мираҫ объекттары реестры тулылана. — 1 октября 2026 г. в 13:12:00.280
Республикала Матди булмаған мәҙәни мираҫ объекттары реестры тулылана. Өфөлә эксперт советы ултырышы үтте. Кәңәшмәлә фольклорсылар, сәнғәт белгестәре, этногрофтар, тарихсылар һәм мәҙәниәт министрлығы вәкилдәре ҡатнашты. Совет ағзалары ҡарамағына башҡорттарҙа тел-теш ҡырҡыу йолаһы, ҡарайтылған еләк әҙерләү, мишәр келәндире бешереү, марыйҙарҙа ағасҡа табыныу, көтөүсе эт тәрбиәләү кеүек бик үҙенсәлекле һәм онотолоп барған ғөрөф-ғәҙәттәр, рухи байлыҡ тәҡдим ителде. Совет ҡарамағына сығарылған егермегә яҡын объект артабан Башҡортостандың матди булмаған мәҙәни мираҫы тигән статус аласаҡ.