🧪Башҡортостан уҡытыусыһын бергәләп ҡеүәтләйек!
🧪Башҡортостан уҡытыусыһын бергәләп ҡеүәтләйек! Благовещен районы Туғай ауылы мәктәбенең химия уҡытыусыһы Марсель Фәйрүзов "Классная тема" проектының бишенсе миҙгелендә 35 ярымфиналсы иҫәбенә инде. Хәҙер уның финалға сығыу мөмкинлеге бар. Яҡташыбыҙға беҙ ҙә ярҙам итә алабыҙ! 🗳 Тауыш биреүе 27 сентябргә тиклем дауам итә. Яҡташыбыҙҙы хуплау өсөн МАХ мессенджерындағы Сферумдың «Опросы» сервисына үтегеҙ, «Химия» номинацияһын һайлағыҙ һәм Марсель Фәйрүзов өсөн тауыш бирегеҙ. ➡️ https://max.ru/sferum_survey_bot?startapp=41ede013-0c1c-43a6-80b7-86bd9ce65c95. Финалға сығыусыларҙың исемлеге 30 сентябрҙә билдәле була. Проекттың төп бүләге — «Россия-Культура» телеканалында үҙеңдең танып белеү тапшырыуҙарың циклын алып барыу мөмкинлеге. Яҡташыбыҙ хаҡында бөтә ил белһен! 💚