Һөйөнсө! Еңеүсе билдәләнде!
Һөйөнсө! Еңеүсе билдәләнде! "Юлдаш" радиоһы тыуған көнө уңайынан "БАЯН-ЛАЙН" музыка ҡоралдары магазины менән берлектә ойошторған гитарасылар бәйгеһе һөҙөмтәләрен иғлан итер мәл етте. ✅Еңеүсе - Хәйбулла районы Әбүбәкер ауылынан Наҙгөл Ультракова! Ул “БАЯН-ЛАЙН” музыка ҡоралдары магазинынан гитара менән бүләкләнә. Ҡотлайбыҙ! ✅ “БАЯН-ЛАЙН” музыка ҡоралдары магазины хеҙмәткәрҙәре шулай уҡ Әбйәлил районынан Илдар Мәһәҙиевты гитара менән бүләкләргә ҡарар итте. 📑 Еңеүсенән тыш махсус приздар ҙа билдәләнек: ✅ Бәйгелә иң йәш ҡатнашыусы – Өфө районы Зубов ауылынан 9 йәшлек Йәмилә Абдуллина. Ул “БАЯН-ЛАЙН” музыка ҡоралдары магазинынан блокфлейта менән бүләкләнә. ✅ Иң өлкән ҡатнашыусы булараҡ ейәне Сыңғыҙ Ғәлимов менән йырлаған 84 йәшлек Миҙхәт Сәлиховты билдәләнек. Ул “Юлдаш” радиоһынан махсус призға лайыҡ булды. ✅Учалы районынан Таһир Мирсәйетовҡа “Юлдаш” радиоһының “Теге өсәү” иртәнге тапшырыуына ҡунаҡҡа килеү һәм музыкаль оҫталығын бар республикаға радио тулҡындары аша ишеттереү хоҡуғын бүләк итәбеҙ. ✅ Тағы ла “Юлдаш” радиоһының махсус приздарына Рәфис Әхмәтов, Урал Усманов һәм Әғзәм Йәндәүләтов лайыҡ булды. Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Конкурсҡа береһенән-береһе моңло, матур эштәр килде. Йыр-моңға ғашиҡ ҡатнашыусыларыбыҙға ҙур рәхмәт. Ижади төркөмгә улар араһынан иң-иңдәрҙе билдәләү еңелдән булманы. Бәйгенең барлыҡ ҡатнашыусылары ла махсус Дипломдар менән бүләкләнә. Конкурсҡа килгән видеояҙмаларҙың барыһы ла “Юлдаш” радиоһының социаль селтәрҙәрендә донъя күрәсәк. Еңеүселәрҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. 🎶Йыр-моң һәр саҡ юлдашығыҙ булһын, күңелегеҙҙә илһам шишмәһе һүнмәһен. “Юлдаш” менән бер тулҡында булығыҙ!