Башҡортостан ҡотҡарыусыһы пилотһыҙ осҡос операторы булып хеҙмәт итә.
Башҡортостан ҡотҡарыусыһы пилотһыҙ осҡос операторы булып хеҙмәт итә. Ейәнсура яугиры тураһында район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов яҙған. “Ғәлиән” ҡушаматлы һалдат ялға ҡайтты. Өйҙә уны әсәһе, ике ҡыҙы көтә. “Ғәлиән” ил өсөн яуаплы осорҙа хәрби хеҙмәтте һайлай, фронтҡа китә. Башҡортостанда ир-егеттәрҙе ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге батальонға туплау дауам итә. Пилотһыҙ осоу аппараттары ғәскәре сафына баҫырға теләгәндәр Өфөнөң Октябрь революцияһы урамындағы 3-сө йортҡа мөрәжәғәт итә ала. Республикала яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә 60-тан ашыу ярҙам сараһы ҡаралған.