Өфөнөң “Әр-Рәхим” мәсетендә уттар балҡый.
Өфөнөң “Әр-Рәхим” мәсетендә уттар балҡый. Иман йортоноң тышына ҡуйылған яҡтыртыу ҡоролмалары һынау үтә. “Әр-Рәхим алыҫтан уҡ күренеп тора. Төнгө ҡаланы мең төрлө төҫкә күмә”, тип яҙа Интернет ҡулланыусылар социаль селтәрҙә. Әр-Рәхим мәсете төҙөлөшөн Радий Хәбиров шәхси контроленә алды. 2023 йылдың сентябрендә республика Башлығы иман йортон төҙөүҙе дауам итеү буйынса ултырыш үткәрҙе. Белгестәр бинаны тулыһынса тикшереп сыҡты, уның торошона баһа бирҙе. 2024 йылдың апрелендә мәсеттә төҙөлөш эштәре яңынан башланды.