🎙 «Спутник ФМ» радиоһына - 25!
🎙 «Спутник ФМ» радиоһына - 25! Исемдәребеҙ төрлө телдә яңғыраһа ла, мәғәнәләре бер. Беҙҙе радиоға, тыуған Башҡортостаныбыҙға һәм тыңлаусыларыбыҙға һөйөү берләштерә. Сирек быуат эсендә «Спутник ФМ» радиоһы республикабыҙҙың яҡын һәм таныш тауышына әүерелде. Тыуған яҡ яңылыҡтары, яратҡан йырҙар, ҡыҙыҡлы әңгәмәләр — быларҙың барыһы артында ҙур, һәләтле коллективтың көндәлек хеҙмәте тора. Коллегаларыбыҙға илһам, сағыу проекттар, яңы һөнәри уңыштар һәм тоғро тыңлаусылар теләйбеҙ. Юбилейығыҙ ҡотло булһын! 📻❤️