Журналистар ут һүндереүҙә көсөн һынаны
Журналистар ут һүндереүҙә көсөн һынаны 🤝 Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы начальнигы Владимир Горин республика журналистары менән осрашты. Ҡатнашыусылар хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен киң мәғлүмәт саралары аша һәр кемгә аңлайышлы һәм ҡыҙыҡлы итеп еткереү юлдарын тикшерҙе. 🚒 Осрашыуҙан һуң журналистар Өфөнөң 35-се янғын һүндереү-ҡотҡарыу часында кәртәләр һыҙатында үҙ көсөн һынап ҡараны. Улар араһында коллегабыҙ Айбулат Сәсәнбаев та булды. Ҡатнашыусыларға тиҙлеккә махсус кейем кейеү, ҡаршылыҡтарҙы үтеү, махсус ҡорал менән тимер ишекте асыу һәм яһалма янғынды һүндереү кеүек һынауҙар әҙерләнде. 🤝 Бында ҡаршылыҡтарҙы тотош команда менән үтеү мөһим ине. Бер-береңә терәк булыу барыһын да еңеп сығырға ярҙам итте. Һөҙөмтәлә бөтәһе лә еңеүсе булды!