🎃 Эремсекле-ҡабаҡлы бәлеш бешерәбеҙ:
🎃 Эремсекле-ҡабаҡлы бәлеш бешерәбеҙ: Уның өсөн беҙгә кәрәк була: ▫️ Эремсекле ҡатламға: 400 г эремсек, 100 г йогурт, 2 йомортҡа, 3–4 аш ҡалағы он, 100–150 г шәкәр, ванилин. ▫️ Ҡабаҡлы ҡатламға: 500 г бешкән ҡабаҡ иҙмәһе, 2 йомортҡа, 3–4 аш ҡалағы он, 100–130 г шәкәр, ҡырылған лимон йәки әфлисун ҡабығы. Әҙерләү барышы: Һәр ҡатламдың ингредиенттарын айырым һауытта блендер менән туғыйбыҙ. Эремсекле масса ҡуйы булһа, аҙ ғына һөт өҫтәйбеҙ. Табаның уртаһына ике массаны сиратлап берәр аш ҡалағы һалабыҙ. 180 градуста 45 минут самаһы бешерәбеҙ. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын! 🧡