Радий Хәбиров Дәүләт Думаһына 8-се саҡырылыш депутаттары Римма Үтәшеваны “Хеҙмәт даны” ...
Радий Хәбиров Дәүләт Думаһына 8-се саҡырылыш депутаттары Римма Үтәшеваны “Хеҙмәт даны” миҙалы, Иван Сухоревты Салауат Юлаев ордены менән бүләкләне. Республиканан 9–сы саҡырылыш федераль парламентҡа бер мандатлы һайлау окургтары буйынса Денис Чернавин, Юлай Ҡыҙрасов, Эльвира Айытҡолова, Алексей Журавлев, Зариф Байғусҡаров һәм Гөлнур Ҡолһарина үтте. Андрей Назаров Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға депутат итеп һайланды. Башҡортостан башлығы уның кандидатураһын республика парламенты рәйесе вазифаһына тәҡдим итте. “Был һорау иртәгә ҡарала. Дәүләт Йыйылышы беҙҙе хуплар тип ышанабыҙ”, - тине Радий Хәбиров. Андрей Назаровҡа “Башҡортостан алдындағы ҡаҙаныштар өсөн” ордены тапшырылды. Александр Шельдяев республика премьер-министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде.