📍 "Юлдаш" радиоһы тыуған көнө уңайынан 🎸 "БАЯН ЛАЙН" музыка ҡоралдары магазины менән ...
📍 "Юлдаш" радиоһы тыуған көнө уңайынан 🎸 "БАЯН ЛАЙН" музыка ҡоралдары магазины менән бергә ГИТАРА бүләк итә. 🎸Ҡатнашыусыларыбыҙ менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ: «Минең исемем — Айгөл. Миңә 35 йәш. Гитарала уйнарға ике йыл элек өйрәнә башланым. Миңә ҡарап, ғаиләм дә — тормош иптәшем һәм 8 йәшлек ҡыҙым — өйрәнергә теләк белдерҙе. Бөгөн был шөғөлөм йырҙар яҙыуға алып килде. Ошо йәшемдә аңланым: әгәр хыялың бар икән, өйрәнергә бер ҡасан да һуң түгел. Бары тик тотонорға һәм эшләргә кәрәк!», - тип яҙа ул. Ҡатнашыусыларыбыҙға уңыштар теләйбеҙ!