Бөгөн билдәле дәүләт, йәмәғәт эшмәкәре, башҡорт журналистикаһына нигеҙ һалған шәхес Шәһ...
Бөгөн билдәле дәүләт, йәмәғәт эшмәкәре, башҡорт журналистикаһына нигеҙ һалған шәхес Шәһит Хоҙайбирҙиндың тыуыуына 130 йыл. Шәһит Хоҙайбирҙин ҡыҫҡа ғына ғүмерендә үҙ исемен ил тарихына яҙып ҡалдыра. Ул Башҡортостан дәүләтселеген булдырыу хәрәкәтен етәкләй, ошо шанлы осорҙа республиканың үҙаллылығы өсөн күп көс һалған шәхестәрҙең береһе. 1921 йылдың мартында Х съезд делегаттары составында Кронштадтты штурмлауҙа ҡатнаша һәм ҡаты яралана. Яуҙа ҡатнашҡаны өсөн Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградланған. 1924 йылда Шәһит Әхмәт улы Мәскәүгә кәңәшмәгә юлланған саҡта ҡаты ауырыуҙан вафат була. Уға ни бары 28 йәш була. Шәһит Хоҙайбирҙинды Өфөгә алып ҡайтып ерләйҙәр: ҡәбере Ленин исемендәге паркта урынлашҡан. Әйткәндәй, бөгөн Ленин исемендәге парк төҙөкләндерелгәндән һуң асыла. Фотола: юлдаштар Ш.Хоҙайбирҙингә Матбуғат йорто алдында ҡуйылған һәйкәл янында.