Һөйөнөслө яңылыҡ! Ҡотлайбыҙ! 🎉
Һөйөнөслө яңылыҡ! Ҡотлайбыҙ! 🎉 «Юлдаш» радиоһының баш мөхәррире Миләүшә Ғәлиева -Йәғәфәроваға бөгөн «Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы» тигән юғары исем бирелде. Мәртәбәле награданы Республика көнө алдынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы. Был Миләүшә Ҡасим ҡыҙының оҙаҡ йылдар фиҙакәр хеҙмәте, юғары профессионаллеге һәм журналистикаға индергән баһалап бөткөһөҙ өлөшөнөң танылыуы. "Юлдаш" радиоһының уңыштарында уның өлөшө бик ҙур. Миләүшә Ҡасим ҡыҙын юғары награда менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! Ныҡлы сәләмәтлек, илһам, ижади үрҙәр һәм уңыштар теләйбеҙ. Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ!