Ағиҙелдә уҡбалыҡ үрсей.
Ағиҙелдә уҡбалыҡ үрсей. ✔️ Республика "Ирҙәр ҡоро" Мәләүез ҡалаһы янында акция ойошторҙо. Һыуға 100 мең балыҡ селбәрәһе ебәрелде. Был турала Дәүләт Думаһы депутаты, Республика "Ирҙәр ҡоро" ойошмаһы рәйесе Зариф Байғусҡаров хәбәр итә. Бындай эш хәҙер инде бер нисә йыл алып барыла. Республика йылға күлдәренә миллиондан ашыу уҡбалыҡ һәм суртан селбәрәһе ебәрелгән. ✔️Атайҙар көнө уңайынан Башҡортостандың “Ирҙәр ҡоро” ойошмаһы Салауат Юлаев проспектында Атайҙар аллеяһын булдырып, ағас ултыртты, күләмле өмә үткәрҙе. "Ата һәм бала мөнәсәбәте бергәләшеп эшләү, ағас ултыртыу кеүек саралар аша ла нығына. Был Атайҙар аллеяһы тиҫтә йылдарҙан һуң да ошо матур көндөң шаһиты буласаҡ”, – ти Рәсәй Думаһы депутаты Зариф Закир улы.