Билдәле тележурналист, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат хеҙмәткәре, «Башҡортостан» т...
Билдәле тележурналист, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат хеҙмәткәре, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы директоры урынбаҫары Шамил Ишемйәровҡа 50 йәш. Ябай хәбәрсенән алып абруйлы етәксегә тиклем хеҙмәт юлы үткән Шамил Булат улы бөгөн дә БСТ телеканалы үҫешенә ҙур өлөш индерә. Оҫта ойоштороусы, һөнәренә тоғро һәм яуаплы етәксе булараҡ хеҙмәттәштәре араһында тәрән ихтирам ҡаҙанған. "Юлдаш" радиоһы коллективы һәм тыңлаусылары исеменән ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, илһам, ижади үрҙәр теләйбеҙ.