Баймаҡта Икмәк байрамы уҙҙы
Баймаҡта Икмәк байрамы уҙҙы Бөтә донъя икмәк көнө уңайынан Баймаҡ районында тәүге тапҡыр Икмәк байрамы үтте. Билдәле тележурналист Рита Өмөтбаева тәҡдиме менән ойошторолған сарала асыҡ һауала мейестәр ҡуйылып, яңы бешкән төрлө икмәк ризыҡтары тәҡдим ителә. Иген йыйыу буйынса республикала алдынғылар рәтендә барған Баймаҡ ерендә хеҙмәт кешеһенә һәм төп ризығыбыҙға бағышланған был сараны киләсәктә матур йолаға һәм үҙенсәлекле район брендына әйләндереү планлаштырыла.