Өфө режиссерының эше Гран-при яуланы.
Өфө режиссерының эше Гран-при яуланы. Ҡазанда “Ҡанатлы барыҫ” халыҡ-ара кинофестиваленә йомғаҡ яһалды. Сара финалында конкурс эштәре күрһәтелде, режиссерҙар менән осрашыу үтте, бүләктәр тапшырылды. “Патриотик фильм” номинацияһында “Зәйтүнә. Ҡайтарылған исемдәр” фильмы өсөн Өфөнән Айгөл Усманова Гран-приға лайыҡ булды. Картина Бөйөк Ватан һуғышы яугиры Зәйтүнә Әлбаеваның батырлығына арнала. 20 йәшлек ҡыҙ бер үҙе фашистарға ҡаршы тора. Уның “Хушығыҙ, ҡыҙҙар, Тыуған ил өсөн үләм” тигән һүҙҙәре ҡыйыулыҡ һәм тоғролоҡ символына әйләнә. Быйыл “Ҡанатлы барыҫ” фестиваленә 550-нән ашыу ғариза тапшырылған. Еңеүселәр 11 номинацияла асыҡланған.