“Батырҙар ташы” фильмы бүләкләнде.
“Батырҙар ташы” фильмы бүләкләнде. Майкопта Халыҡ-ара кино фестивале үтте. Әмир Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан” студияһында төшөрөлгән картина “Иң яҡшы режиссер эше” номинацияһында наградаға лайыҡ булды. Ул киноның режиссеры Роман Пожидаевҡа тапшырылды. Мистик комедия Өфөлә һәм Белорет районында төшөрөлгән. 2025 йылдың ноябрендә картина ҙур экрандарға сыҡты. Бер йылдан аҙыраҡ ваҡыт эсендә уны 13 мең самаһы кеше ҡараған.
1 147 просмотров