🌍 Башҡортостан — дуҫлыҡ төйәге!
🌍 Башҡортостан — дуҫлыҡ төйәге! Республикабыҙҙа 150-нән ашыу милләт вәкиле татыу ғүмер итә. Һәр халыҡтың үҙ теле, мәҙәниәте, милли кейеме һәм быуаттар буйы һаҡланып килгән йолалары бар. 🤝 4 ноябрь — Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан яңы рубрика башлайбыҙ. Көн һайын Башҡортостанда йәшәгән халыҡтар менән яҡындан танышырбыҙ, уларҙың милли кейеме, теле һәм ҡыҙыҡлы йолаһы тураһында һөйләрбеҙ. #дуҫлыҡменәнкөслөбөҙ
947 просмотров