📑 Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәнән мөһим хәбәрҙәр:
📑 Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәнән мөһим хәбәрҙәр: ✅ Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың указы менән Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте Етәксеһе итеп тәғәйенләнде. ✅ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Транснефть – Урал» акционерҙар йәмғиәте филиалының Туймазы нефть үткәргес идаралығының электр һәм газ менән иретеп йәбештереүсеһе Ринат Изикаевҡа «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалын тапшырҙы. ✅ Башҡортостан аграрийҙары иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларын йыйыу эштәрен тамамланы. Һуғып алынған уңыштың дөйөм күләме – 3,4 млн тонна. ✅ Башҡортостанда 2026 йылдың аҙағына тиклем өс яңы мәктәпте сафҡа индерергә планлаштыралар Был хаҡта республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев хәбәр итте.