Башҡортостанда иң яҡшы ижади проекттар авторҙары билдәләнә
Башҡортостанда иң яҡшы ижади проекттар авторҙары билдәләнә Ижади индустриялар өлкәһендәге премияға 619 ғариза ҡабул ителгән. «Ижадсылар» – ҡыйыу идеяларын сағыу проекттарға әйләндереүсе талантлы яҡташтарыбыҙ өсөн. Премия Радий Хәбиров инициативаһы буйынса булдырылды һәм быйыл икенсегә тапшырыла. Еңеүселәрҙе Өфөлә 2-4 ноябрҙә «Рәсәй креатив аҙналығы – Евразия» форумы барышында «Торатау» конгресс-холында бүләкләйҙәр.
1 551 просмотров