Дүртөйлө ҡалаһында Радий Хәбировҡа мөрәжәғәттән һуң 3-сө гимназия биләмәһе төҙөклә...
Дүртөйлө ҡалаһында Радий Хәбировҡа мөрәжәғәттән һуң 3-сө гимназия биләмәһе төҙөкләндерелгән. Бында асфальт яңыртылған, ихата алмаштырылған, яҡтыртыу ҡоролмалары урынлаштырылған. Халыҡ 2024 йылда Радий Хәбиров тура линияға мөрәжәғәт иткәйне. Республика менән идара итеү үҙәге муниципалитет менән бергә проблеманы хәл итергә ярҙам иткән. Быйыл Радий Хәбиров менән тура линия 11 ноябрҙә уҙғарыла. Тура трансляция республика телеканалдарында , "Юлдаш" радиоһында һәм Республика Башлығының социаль селтәрҙәрендә алып барыла.