🎶 “Юлдаш” радиоһында тыуған ижади дуэт.
🎶 “Юлдаш” радиоһында тыуған ижади дуэт. Башҡортостандың халыҡ артистары Фәрүәз Урманшин менән Резидә Әминева башҡарыуында бихисап дуэттар бөгөн халыҡ араһында киң танылыу алған. Ә уларҙың ижади дуэты “Юлдаш” радиоһында барлыҡҡа килгән. Нурия Абдуллина ижад иткән “Яңғыҙҙарҙы кемдәр яратыр” йыры оҙаҡ йылдар дауамында халыҡ теленән төшмәгән, хитҡа әйләнә. “Халыҡ был йырҙан ялҡҡандыр инде тип, гастролдәр мәлендә йырламаҫҡа хәл итһәк тә, килеп сыҡмай, мотлаҡ һорап, йырлатып ҡуялар”, - ти Фәрүәз Урманшин.
1 213 просмотров