Рәсәй Президенты Владимир Путин мәшһүр йырсыларҙың остазы, профессор, Өфө ҡалаһының поч...
Рәсәй Президенты Владимир Путин мәшһүр йырсыларҙың остазы, профессор, Өфө ҡалаһының почётлы гражданы Миләүшә Мортазинаны «Мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн» ордены менән бүләкләү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Миләүшә Ғәли ҡыҙы быйыл 100 йәшлек юбилейын билдәләне. Ул — республика вокал мәктәбенең символы. Билдәле педагогтың уҡыусылары араһында — донъяға танылған опера йырсылары Асҡар һәм Илдар Абдразаҡовтар, шулай уҡ Радик Гәрәев, Иҙрис Ғәзиев, Хәмит Ижболдин һәм башҡа күренекле сәнғәт эшмәкәрҙәре бар.