Перейти к содержимому
Максиметер

Махсус хәрби операция ветерандары һәм унда ҡатнашыусылар Радий Хәбировҡа мөрәжәғәт итә

Махсус хәрби операция ветерандары һәм унда ҡатнашыусылар Радий Хәбировҡа мөрәжәғәт итә Республика райондары һәм ҡалаларында бер нисә көн Башҡортостан Башлығының Тура элемтә күсмә студияһы эшләй. Төбәк етәксеһенә видеомөрәжәғәт яҙҙырыу өсөн ябай халыҡ ҡына түгел, яугирҙар ҙа килә. Уларҙың ҡайһы берҙәре ялда булһа, икенселәре ветеран статусын алған. Мөрәжәғәттәр төрлөсә, әммә Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың һорауҙары ла эшлекле — аныҡ тәҡдимдәргә нигеҙләнгән. Быйыл Радий Хәбиров менән тура элемтә 11 ноябрҙә уҙғарыла. Тура трансляция республика телеканалдарында , "Юлдаш" радиоһында һәм Республика Башлығының социаль селтәрҙәрендә алып барыла. Видеомөрәжәғәтте төрлө ысулдар менән, шул иҫәптән күсмә студияларҙың береһенә барып яҙҙырырға мөмкин. Бөгөн ул Өфө ҡалаһының «Мега» сауҙа үҙәгендә 14:00-22:00 сәғәткә тиклем эшләй.

1 826 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

5 253 подписчиков · Армия и СВО

Ещё по теме «Армия и СВО»

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.