"AY YOLA" Өфө халҡын «Рәсәй креатив аҙналығы – Евразия» форумына саҡыра
"AY YOLA" Өфө халҡын «Рәсәй креатив аҙналығы – Евразия» форумына саҡыра 🗓️ 2–4 ноябрҙә Өфөлә тәүге тапҡыр «Рәсәй креатив аҙналығы – Евразия» форумы үтә. Унда "AY YOLA" төркөмө ҡатнаша. Форум музыка индустрияһы вәкилдәрен, продюсерҙарҙы һәм артистарҙы бер майҙанға йыйып, яңы ижади мөмкинлектәр аса. 📍2 ноябрь — «Ҡағиҙәләрһеҙ йырла» музыкаль шоуы. Сәхнәлә блогерҙар, эшҡыуарҙар һәм профессиональ музыканттар осраша. 📍3 ноябрь — Listening Room сессияһы. Иң перспективалы музыкаль трек авторы 77 мең һумлыҡ грант ала. 📍4 ноябрь — Өфөнөң «Арт-КВАДРАТ» майҙанында «Ҙур-концерт» үтә. BABY Ti, Thomas Mraz, «Где Фантом?», «О!нет» һәм Тимур Ямалов сығыш яһай. Ҡазандан махсус ҡунаҡ — Defne. Концерт 17:00–20:00 сәғәттә үтә. Инеү бушлай, йәш сикләүе: 0+. 🎶 "AY YOLA" төркөмөнөң солисы Адель Шәйхитдинова Өфө халҡына мөрәжәғәт итеп: «Башҡорт мәҙәниәте бөтә донъяға яңғырай ала. Беҙ быға һис шикләнмәйбеҙ», — тине.
Канал в каталоге Максиметера
5 055 подписчиков · Армия и СВО