Коллегабыҙ, журналист Гүзәл Ситдиҡова «Ғаилә һәм Рәсәйҙең киләсәге» Бөтә Рәсәй конкурсы...
Коллегабыҙ, журналист Гүзәл Ситдиҡова «Ғаилә һәм Рәсәйҙең киләсәге» Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе булды. Ил буйынса 700 ҡатнашыусынан 300-ө финалға үткән. Шулар араһынан 8 төп номинацияла 42 лауреат һәм еңеүсе һайлап алынған. Беҙҙең Гүзәл беренсе урынды яуланы. Ул — Башҡортостандан мәртәбәле еңеүгә өлгәшкән берҙән-бер еңеүсе. Конкурсҡа тәҡдим ителгән эштәрҙең береһе — илдең демографияһы өсөн үтә киҫкен проблемаға, йәғни шәхси клиникаларҙағы законһыҙ аборттарға арналған махсус репортаж-тикшереү. Гүзәл 60-ҡа яҡын клиниканы йөрөп сыҡҡан. Ошондай тикшереүҙәрҙән һуң закон боҙоу осраҡтары һиҙелерлек кәмегән. "Был награда — Рәсәйҙең киләсәген фәҡәт дөйөм ҡиммәттәр тураһында ғына түгел, ә реаль проблемалар хаҡында асыҡ һәм намыҫлы һөйләшеүһеҙ ҡороп булмауын таныу. Бөгөн тәрән аналитика һәм журналист ҡыйыулығы формаль отчеттарҙан күпкә юғарыраҡ баһалана. Конкурста ошондай ҡатмарлы һәм етди темаларға урын булғаны өсөн жюриға рәхмәтлемен", - ти коллегабыҙ. Гүзәлде сираттағы еңеүе менән ҡотлайбыҙ! Артабан да илһамланып, ҡанатланып ижад итеүен һәм яңынан-яңы үрҙәр теләйбеҙ.
Канал в каталоге Максиметера
5 055 подписчиков · Армия и СВО