"Башҡортостан" бөйөк рухи ҡомартҡыбыҙ "Урал батыр" эпосы көнөн билдәләй. — 3 июня 2026 г. в 11:10:48.428
"Башҡортостан" бөйөк рухи ҡомартҡыбыҙ "Урал батыр" эпосы көнөн билдәләй. Республика Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән булдырылған был оло байрам быйыл тарихи урында – Урал батыр ерендә, данлыҡлы “Шүлгәнташ” мәмерйәһе музейы-ҡурсаулығында үтә. Беҙ – тамырҙары ҡеүәтле, тарихы бай, киләсәге яҡты халыҡ. Донъя халыҡтарының рухи мираҫы булып танылған, башҡорттарҙың асылын, йәшәйеш серен һаҡлаған «Урал батыр» эпосын данлаған тантанаға рәхим итегеҙ. 🗓6 июнь 🕖 19:00 📍 «Шүлгәнташ» музей-ҡурсаулығы, амфитеатр. Байрам сәхнәһендә республикабыҙҙың сағыу йондоҙҙары һәм данлыҡлы ижади коллективтары сығыш яһай: 🔹 «Сибай» халыҡ бейеүҙәре ансамбле – дәртле бейеүҙәре менән рухты күтәрер. 🔹 «Тарпан» этно-фолк төркөмө – боронғо моңдарҙы заманса яңғырашта еткерер. 🔹 «Сулпан» балалар театры – үҫеп килгән быуындың илһамлы сығышы 🔹Башҡортостан Республикаһының Дәүләт ҡурайсылар ансамбле – ҡурайҙың тылсымлы моңо күңелдәрҙе елкендерер. Һәм, әлбиттә, башҡорт эстрадаһы йырсылары: ⭐ Зилиә Бәхтиева ⭐ Ғаяз Ғәйетбаев ⭐ Йәғәфәр Нәҙершин ⭐ Рөстәм Хәсәнов ⭐ Фаил Йортбәков Рухлы тамашанан ситтә ҡалмағыҙ! Ул быуаттар аша беҙгә килеп еткән бөйөк мираҫҡа ихтирам билдәһе. 12+ #УралБатырКөнө

