“Ҡорбан ғәйете изгелек һәм мәрхәмәтлек байрамы”. — 27 мая 2026 г. в 10:51:53.426
“Ҡорбан ғәйете изгелек һәм мәрхәмәтлек байрамы”. Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе, баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин халыҡҡа мөрәжәғәтендә шулай тип белдерҙе. Ул республика мосолмандарын байрам менән ҡотланы. Өфөнөң Ләлә мәсетендә үткән Ҡорбан байрамында Радий Хәбиров ҡатнашты. Республика башлығы ла Башҡортостан мосолмандарын Ҡорбан-байрам менән ҡотланы. Өфөлә Ҡорбан Байрамы менән бәйле йөрөү ваҡытлыса сикләнә. Туҡай, Мостай Кәрим урамдары өлөшләтә ябыла. “Ләлә” мәсете эргәһендәге Комаров урамындағы парковкалар сикләнә. Үҙгәрештәр 3:00 сәғәткә тиклем ғәмәлдә. Шулай уҡ бөгөн баш ҡалала түләүле парковкалар бушлай була.

