«Һеҙ һораған йыр» — 26 мая 2026 г. в 17:57:01.429
«Һеҙ һораған йыр» Юлиә апай ҡыҙының туйында йырларға йыр һорағайны. «Ҡыҙыма» тигән йырҙы тәҡдим итәбеҙ. ҠЫҘЫМА Тормошомдоң наҙлы сәскәһе һин , Ҡыҙым минең , бәхет усағым . Бар донъя онотолғандай була , Сыҡһаң ҡаршы йәйеп ҡосағың. ҠУШЫМТА: Ҡыҙым минең, ҡыҙым алтыным , Һиңә илтәм йөрәк йылыһын . Йылмайыуың һинең яҡты йондоҙ кеүек , Һинең өсөн донъя балҡыһын . 2. Теләктәрҙең изгеләре һиңә, Бәхеттәрҙән торһон тормошоң , Яҙмышыңдың һәр бер миҙгелендә, Доғаларым булһын юлдашың . ҠУШЫМТА. 3. Ҡыҙым минең, ҡояшым, йондоҙом , Күҙ теймәһен нурлы йөҙөңә. Бәхет - шатлыҡтарҙы Хоҙайҡайым, Ҡойоп ҡына бирһен үҙеңә ! ҠУШЫМТА.