ӘСӘЙҘЕҢ ДОҒАЛАРЫ — 20 марта 2026 г. в 03:00:01.819
ӘСӘЙҘЕҢ ДОҒАЛАРЫ 1. Доғаларҙың күңелемдән Юҡ әле юғалғаны. Һаҡлай мине, яҡлай мине Әсәйҙең доғалары. Ҡушымта; Ташлама, әсәй, ташлама Мине изге доғаңдан. Ташлаһаң изге доғаңдан Мин бәхетле була алмам. 2. Тылсымлы ла, шифалы ла Әсәйҙең доғалары. Доғаларҙың шатлыҡ ҡына Килтерә торғандары. Ҡушымта; Ҡырыҫ та тормош юлдары, Ауыр ҙа доньялары! Хәлдәремде еңеләйтә Әсәйҙең доғалары. 3. Ҡабатлайым мин дә әсәйҙән Өйрәнгән доғаларҙы. Еткерермен түкмәй-сәсмәй Мин һеҙгә лә уларҙы. Ҡушымта; Ташлама, әсәй, ташлама Мине изге доғаңдан. Ташлаһаң изге доғаңдан Мин бәхетле була алмам.