ЯРАТАҺЫМ КИЛӘ — 19 апреля 2026 г. в 04:18:26.624
ЯРАТАҺЫМ КИЛӘ 1. Юлдарыма үҙең сыҡтың йәнем, Мин бит һине эҙләп йөрөмәнем. Күҙҙәремә минең күрендең дә, Ана тиеп әйтте йөрәгем. ҠУШЫМТА: Яратаһым килеп тора һине, Ярат һин дә, ярат тиермен. Йөрәгемә ялҡын уттар һал һин, Күҙҙәремә ҡарап һөйгәнем. 2. Теймә, теймә йөрәгемә теймә, Янһын әйҙә, янһын дөрләһен. Хистәреңә, йәнем, ҡаршы килмә, Һөйөүебеҙ һүнә күрмәһен. ҠУШЫМТА: Яратаһым килеп тора һине, Ярат һин дә, ярат тиермен. Йөрәгемә ялҡын уттар һал һин, Күҙҙәремә ҡарап һөйгәнем. 3. Һине генә янып яратамын, Көлгә ҡалмаҫ әле йөрәгем. Миңә һинең ялҡын ҡараштарың, Белһәң ине нисек кәрәген. ҠУШЫМТА: Яратаһым килеп тора һине, Ярат һин дә, ярат тиермен. Йөрәгемә ялҡын уттар һал һин, Күҙҙәремә ҡарап һөйгәнем.