❤️Һин онотма! — 20 апреля 2026 г. в 04:00:03.071
❤️Һин онотма! Һин онотма, мине, бер ҙә, онотма Күңелеңдән алып ташлама. Мин бит һинең йәнәшәңдә генә Яҙмыш елдәренә ташлама. Ҡушымта. Ҡыштарымда мине онотма һин, Ҡар бөртөгө булып туңырмын Күбәләктәй осоп йөрөрмөн дә, Керпегеңә килеп ҡунырмын. Йөрәгеңдән алып ташлай күрмә, Һин онотһаң өҙөлөр, бәғерем. Моңһоу ямғыр булып илай-илай, Тәҙрәңә килеп сиртәрмен. Ҡушымта. Шул уҡ. Һин онотма! Мин бит һинең менән Яҙҙар булып инәм йәнеңә. Бер ҡасан да мине онотма һин, Мин бит бында, һинең яныңда. Ҡушымта. Шул уҡ.