“АҠЛЫ-ҠАРАЛЫ ТОРМОШ...” — 23 мая 2026 г. в 03:30:01.377
“АҠЛЫ-ҠАРАЛЫ ТОРМОШ...” Бер көн - табыш, Бер көн - һағыш, Аҡлы - ҡаралы тормош . Табыштарға һөйөндөрөп, Һағыштарға көйөндөрөп, Эй, һынай беҙҙе яҙмыш. Бер көн ҡояш, Бер көн буран – Эҫе- һыуыҡ көндәре . Ҡояш нурҙары көйҙерөп, Бурандары күшектереп, Һынай тәҡдир елдәре. Бер бөлдөрә, Бер көлдөрә – Өлөшкә төшкән ғүмер . Хәсрәттәргә - юғалтыуға, Шатлыҡтарға –илатыуға, Сабырҙар ғына түҙә. Бер көн –табыш, Бер көн –һағыш, Аҡлы - ҡаралы тормош. Табыштарға һөйөндөрөп, Һағыштарға көйөндөрөп, Әй, һынай беҙҙе яҙмыш...