⚡️Яҙмыштарҙан уҙмыш булмай тимә — 24 апреля 2026 г. в 03:37:44.398
⚡️Яҙмыштарҙан уҙмыш булмай тимә 1. Яҙмыштарҙан уҙмыш булмай тимә, Яҙмыштарҙан уҙмыш бар бит ул. Үҙең ярған һуҡмаҡтарҙан тора, Яҙмыш тиеп һалған һәр бер юл. Ҡушымта: Яҙмышым шул тиеп килешмә һин, Күңелеңде юҡҡа төшөрмә. Яңылышыңды ваҡытында таны, Тормош төпкөлөнә йәшермә. 2. Үҙ яҙмышың үҙ ҡулыңда һинең, Туҡтап ҡалма юлдар сатында. Хистәреңде йүгәнләргә өйрән, Сапҡан саҡта ғүмер атында. Ҡушымта. 3. Яҙмыштарҙан уҙмыш булмай тимә, Яҙмыштарҙан уҙмыш бар бит ул. Үҙең ярған һуҡмаҡтарҙан тора, Яҙмыш тиеп һалған һәр бер юл. 🎼Ҡәҙерле дуҫтар! Ошо һылтанма буйынса каналыбыҙға яҙылып, дуҫтарығыҙ менән дә бүлешә алаһығыҙ: https://max.ru/join/fhq3o0Slp3PHA8FkScDBTnEccMCoOUshd-FBhdVZIN8