Иғтибар, яңы конкурс! — 29 сентября 2026 г. в 13:13:59.626
Иғтибар, яңы конкурс! 🌷 «ТӘҮГЕ УҠЫТЫУСЫМ» фотолар конкурсы башлана! 📚 Уҡытыусылар көнө яҡынлаша! Был көндә күңелебеҙҙә иң яҡты бала саҡ хәтирәләре яңыра. Ә шул хәтирәләрҙең иң ҡәҙерлеләренең береһе — беҙгә тәүге хәрефтәрҙе танытҡан, уҡырға-яҙырға өйрәткән тәүге уҡытыусыбыҙ. Ул һәр ваҡыт күңелебеҙҙә айырым урын биләй. 📸 Һеҙҙең тәүге уҡытыусығыҙ менән бергә төшкән иҫтәлекле фотоғыҙ һаҡланамы? Ә бәлки, мәктәп йылдарынан класс менән төшкән фото барҙыр? 🌸 Улайһа, уны беҙгә ебәрегеҙ! «Йәшлек» гәзитенең МАКС каналында «Тәүге уҡытыусым» фотоконкурсын башлайбыҙ! Фотолар ошо һылтанма буйынса ҡабул ителә: https://max.ru/u/f9LHodD0cOL9UMkQjc4PWA7Z4N6n_NCwvS_Z4e6PWf1CHRwYlm9nPbIrGTw. 📷 Һәр бер ебәрелгән фото «Йәшлек»тең МАКС каналына ҡуйыласаҡ. 📅 Фотолар 2 октябргә тиклем ҡабул ителә. Шунан һуң бөтә ҡатнашыусылар араһында тауыш биреү башланасаҡ. 🏆 Иң күп тауыш йыйған тәүге өс ҡатнашыусыны иҫтәлекле бүләктәр көтә! 💐 Әйҙәгеҙ, бергәләп бала саҡ хәтирәләрен яңыртайыҡ, мәктәп йылдарына әйләнеп ҡайтайыҡ һәм беҙгә белем донъяһын асҡан тәүге уҡытыусыларыбыҙға рәхмәтебеҙҙе белдерәйек!