"Беҙ яратҡан йырҙар" — 5 марта 2026 г. в 15:58:43.775
"Беҙ яратҡан йырҙар" ЙӘШЛЕГЕМ 💥Моңһоу була күңелдәремдә Йәшлегемә ҡайтыуҙары. Йүг(е)реп йөрөгән һыу буйҙарында Ҡайтыр инем шул саҡтарыма. Ҡушымта: Әгәр булһа әйтер инем; "Ҡайындарым һағындыра, Шишмәләрҙең сылтыр-сылтыр аҡҡан һыуҙары ни тора… " Белгән булһам артыңдан ҡыуып тотҡанын, Ҡасыр инем кеүек йәшлек, йәшлегем уттарына. 💥 Һыҙылып ҡына таңдар атҡанда, Күҙ алдымда йөрөгән юлдарым. Һағ(ы)нып керәһең төштәремә, Эх, йәшлегем, минең йәшлегем. Ҡушымта: Йәшлегемә әйтер инем: "Ҡайындарым һағындыра, Шишмәләрҙең сылтыр-сылтыр аҡҡан һыуҙары ни тора… " Белгән булһам артыңдан ҡыуып тотҡанын, Ҡасыр инем кеүек йәшлек, йәшлегем уттарына. Әйтер инем: "Ҡайындарым һағындыра, Шишмәләрҙең сылтыр-сылтыр аҡҡан һыуҙары ни тора… " Белгән булһам артыңдан ҡыуып тотҡанын, Ҡасыр инем кеүек йәшлек, йәшлегем уттарына.