🎶«Тыуған көн» йырының һүҙҙәре — 29 сентября 2026 г. в 18:15:03.080
🎶«Тыуған көн» йырының һүҙҙәре 1.Бөгөн һинең тыуған көнөң, Һағышланмаһын йәнең. Ҡайғыларын онотоп тор, Шатлығын күр донъяның. 🎶 Ҡушымта: Ҡотло булһын тыуған көнөң, Яҡты булһын ғүмерең. Һандуғастар хәбәр итһен, Һөйөнөстәр килерен. 2.Үткән ғүмер, иҫкән ел, тип, Күңелең һүрелмәһен. Иҫкән елдәр ыңғайына, Күҙ йәшең түгелмәһен. 🎶Ҡушымта. Шул уҡ. 3.Йөрәгеңдә яҙ бит әле, Йылдарыңды һанама. Үкенестәр саҡырһа ла, Үткәндәргә ҡарама. 🎶Ҡушымта. Шул уҡ.
1 335 просмотров