💔 «ЯҢҒЫҘ ҠАРТЛЫҠ» йырының һүҙҙәре — 1 октября 2026 г. в 15:49:31.183
💔 «ЯҢҒЫҘ ҠАРТЛЫҠ» йырының һүҙҙәре Наил Шәймәрҙәнов көйө, Фәнир Рәхмәтуллин һүҙҙәре. 🌿 1 Ғүмер үтә, шаулап гөрләп үтә, Таралыша үҫкәс балалар. 🍂 Һиҙҙермәйсә ҡартлыҡ килеп етә, Яңғыҙ ҡала ата-әсәләр. 🎵 ҠУШЫМТА: Яңғыҙ ҡартлыҡ, ҡайҙа һеҙ балалар, Әллә йортҡа юлды тапмайһыҙ. 💔 Һеҙҙең өсөн ҡарттар бик яналар, Ваҡыт табып ниңә ҡайтмайһығыҙ. 🌷 2. Яңғыҙ ҡартлык, башта төрлө уйҙар, Был балалар нисек йәшәй тип. 🍂 Балаларһыҙ үтә алтын туйҙар, Бар күршеләр, ләкин улар сит. 🎵 ҠУШЫМТА. Шул уҡ. 🌹 3. Яңғыҙ ҡартлыҡ, балаларҙы көтөү, Был тормошта бигерәк ауыр хәл. 😢 Яңғыҙ ҡартлыҡ күҙ йәштәрен һөртөү, Балаларың булып бигерәк йәл. 🎵 ҠУШЫМТА. Шул уҡ. Һеҙҙең өсөн ҡарттар бик яналар, Ваҡыт табып тиҙерәк ҡайтығыҙ.