«Башҡортостан - тыуған ерем» йырының һүҙҙәре
«Башҡортостан - тыуған ерем» йырының һүҙҙәре Башҡортостан - тыуған ерем, Йырлы ҡайындар иле. Күккә ашҡан ғорур тауҙар Ҡылғанлы дала иле, Ҡылғанлы дала иле, Башҡортостан - тыуған ерем. 🎶Ҡушымта. Һандуғастар өҙөлөп һайрар Йылғалы-күлдәр иле, Гөл-сәскәле күбәләкле, Йәшел туғайҙар иле, Йәшел туғайҙар иле, Башҡортостан -тыуған ерем. Бөйөк шағир Мостай иле, Данлыҡлы Рәми ере, Сая бөркөт Салауаттай, Һүнмәҫ башҡортом теле, Һүнмәҫ башҡортом теле, Башҡортостан - тыуған ерем. 🎶Ҡушымта. Шул уҡ.
1 581 просмотров