«ТӘҮГЕ УҠЫТЫУСЫМ» йырының һүҙҙәре
«ТӘҮГЕ УҠЫТЫУСЫМ» йырының һүҙҙәре Хәтеремдә һаман яҡты нурлы урам, Тәүге барған мәктәп һуҡмағы. Аяҙ ине көндәр, сәскә атты гөлдәр, Йәндә балҡый тәүге усағы. 🎶 Ҡушымта. Тәүге уҡытыусым әсәйемдәй яҡын, Аң-белемгә беҙҙе өйрәттең. Ҡайнар йөрәк хисен, бирҙең беҙҙең өсөн, Ҙур тормошҡа юлдар күрһәттең. ❤️ Тәүге уҡытыусымдан, мәктәп дуҫтарымдан Ҡәҙерлерәк бер ни юҡ һымаҡ. Ҡыңғырауҙар моңо, йыраҡ йәшлек моңо, Йылдар үткән һайын юҡһынам. 🎶 Ҡушымта. Шул уҡ. 💐