«Әрем еҫе, әрем тәме» йырының һүҙҙәре — 4 октября 2026 г. в 02:45:25.008
«Әрем еҫе, әрем тәме» йырының һүҙҙәре 1. Ҡайтһам тыуған яҡтарыма, Сыҡһам әгәр болондарға. Әрем еҫе, әрем тәме Элек йөрөгән урындарҙа. 🎶Ҡушымта: Тынғы бирмәй әремдәрҙең Әле еҫе, әле тәме, Мине генә әрнетәме Әрем еҫе, әрем тәме!? 2. Шул әремдәр еҫе тула, Һағыш тигән яраларға. Яндарымда берәү ҙә юҡ, Яраларҙан араларға. 🎶Ҡушымта. шул уҡ. 3. Яҙмыштарҙың бар асылы Әллә инде әремдәме? Әллә инде мин үҙемдә Шул әремдәр хәлендәме? 🎶Ҡушымта. шул уҡ.
621 просмотров