«УТ АЛЫРҒА ҠАЙТАМ, ӘСӘЙ» йырының һүҙҙәре
«УТ АЛЫРҒА ҠАЙТАМ, ӘСӘЙ» йырының һүҙҙәре И. Кинйәбулатов һүҙҙәре, Ф. Үҙәнбаева көйө. 1 Китәһең дәме ни, тине әсәй, Күргәндәй ҙә әле булманым. Ут алырға ғына ҡайтҡан кеүек, Ҡайтаһың бит гелән, уланым 🎶Ҡушымта. Йөрәгемдең утын дөрләтергә, Ялҡын өҫтәр өсөн ҡаныма, Ут алырға, бары ул алырға, Ҡайтам, әсәй, һинең яныңа. 2 Ут алырға , эйе, ут алырға, Ут алырға ҡайтам мин гелән, Әсәй, һин дә уны белдеңме ни, Беләм икән тиһәм мин генә. 🎶Ҡушымта. Шул уҡ. 3 Әсәй, һиңә, тыуған яҡҡа ҡайтам, Ҡайтам күҙҙәремде асырға, Оло юлға сығыр һуҡмаҡ эҙләп, Барлыҡ ваҡлыҡтарҙан ҡасырға. 🎶Ҡушымта. Шул уҡ.