💔 Мутлашыусылар үҫмерҙәрҙе ялған осрашыуҙар аша нисек шантажлай: — 16 июня 2026 г. в 09:51:49.992
💔 Мутлашыусылар үҫмерҙәрҙе ялған осрашыуҙар аша нисек шантажлай: ❶ Ҡармаҡ. Үҫмер ҡыҙ менән социаль селтәрҙәрҙә йәки мессенджерҙа аралаша. Ҡыҙ унан үҙе яратҡан сауҙа үҙәгенән видео ебәреүен һорай - түңәрәк (мәҫәлән, фудкордтан) һәм геолокацияһын төшөрөргә. ❷ Вербовкалау. Видео һәм геолкацияны алғандан һуң, үҫмер менән Украина махсус хеҙмәттәренең ялған хеҙмәткәре бәйләнешкә сыға. Ул "хеҙмәттәшлек итергә" һәм мәғлүмәт тапшырырға тәҡдим итә. ❸ Шантаж. Үҫмер ҡурҡмаһа һәм бирешергә теләмәһә, Федераль именлек хеҙмәткәрҙәре һәм Эске эштәр министрлығының ялған хеҙмәткәрҙәре эшкэ ҡушыла. Улар "украин кешеһе" менән аралашыуың тураһында беләбеҙ, тип иҫбатлай һәм тикшереү серенә һылтанып (РФ Енәйәт Кодексының 310-сы статьяһы), был турала ата-әсәләренә һөйләүҙе тыя. Шунан протокол төҙөү һәм ғәйебен таныу өсөн "ябыҡ бәйләнеш каналына" күсеүҙе талап итәләр. Төп маҡсат - баланы "виртуаль тентеү" өсөн үҙе йәшәгән фатирҙы видеоға төшөрөргә һәм ата-әсәһе картаһынан аҡса күсерергә мәжбүр итеү. Мөһим! Был мәғлүмәтте ғаиләгеҙҙә мотлаҡ тикшерегеҙ. Балаға билдәһеҙ кешеләрҙең талаптарын үтәмәҫкә, ә һәр төрлө ҡыйын хәлдә ата-әсәһенән ярҙам һорарға кәрәк икәнен белергә тейеш.

