ӨМӨТЛӨ ШАЙТАН. Миләүшә Ҡаһарманова — 3 июля 2026 г. в 16:41:21.895
ӨМӨТЛӨ ШАЙТАН. Миләүшә Ҡаһарманова Абдулла ҡарт, баҫҡыстарҙы һанай-һанай ғына атлаған бәләкәй бала шикелле, самолет трабынан яйлап төштө. Төштө лә, халыҡ ағымына эйәрергә тырышып, ҡуҙғалып китте. Тик ағымдағыларҙың береһе лә уның кеүек һуҙылмай булып сыҡты, барыһы ла ашығып үтеп китә торҙо һәм аэропорт майҙансығына ул әллә күпмегә артта ҡалып барып инде. Унда туҡталғас та, ян-яғына ҡаранманы, ҡаранһа ла, был сама сыбарлыҡ араһында берәүҙе лә күрер-таныр хәлдә түгел ине. Пинжәк кеҫәһенән ҡулъяулыҡ урынына тип тәңкләп һалып алған ситса яулыҡты сығарып, тирләгән маңлай-муйындарын һөрттө лә яулыҡты ҡәҙерләп кенә кире тығып ҡуйҙы. Әбейенең яулығы ул, тотонолмаған һәм бер ваҡытта ла тотонолмай торған булһа ла, уның йылыһын һаҡлаған кеүек. Ошондай хәйергә килгән «прастуй» яулыҡтарҙы, берәй ергә йыйынғанда, бабайына ҡулъяулыҡ итеп бирә торғайны ул. Шул йоланы тотоп, был яулыҡты юлға сығыр алдынан Абдулла үҙе һандыҡтан сығарып алды. Эй, ваҡыт… Яңы ғына кеүек ине, Сәмиғаһының ҡырҡы ла сыҡты. Үткәреп китте, үпкәләп ятмаҫ, моғайын… Ҡаршыһына улы килә түгелме?! Шул шу! Тас үҙенең кәртешкәләге йәш сағы булып килә. Әбейе гел шулай тей торғайны, ысынлап, дөрөҫ әйткән икән. Ниңә быға тиклем шуға иғтибар итмәгәндер, улай ситтән ҡарап торғаны булмағандыр шул. – Ата-ай! Шәпме?! – улы хас бындағы халыҡ шикелле итеп, ҡосаҡлап уҡ алды. Бабай уңайһыҙланыуҙанмы, өйрәнмәгәнлектәнме, башын яурын эсенә тартып, ҡатып ҡалды. – Нисек килеп еттең? Ауырытманымы самолет? – Арыу… – бөтөн шау-шыулы һорауҙарға яуап ошо ғына булды. Әмир ҙә атаһынан артығын көтмәне, холҡон белә бит. Ҡайнашҡан халыҡ араһынан атлағанда юғалтмаҫ өсөн атаһын етәкләп алырға иткәйне лә, тегеһе ҡулын бирмәне, ахырҙа, еңенән эләктереп алды. Кемдер менән етәкләшеп йөрөй торған кешеме инде ул, имгәкләп булһа ла барыр, әммә үҙе барыр. Оло Мәскәү ҡалаһын күҙәтеп, сәғәттән ашыу хуш еҫле такси эсендә сайҡалғандарҙыр, биш ҡатлы иҫке йорт янында шып туҡтағас, аяҡтарын көскә яҙып, сығып баҫты. Ул арала улы аҡсаһын түләп, ҙур булмаған юл сумкаһын елтерәтеп алып инеп тә китте: – Эйәр, атай! Икенсе ҡат, утыҙ икенсе фатир. Былай ҙа ҡыҫыҡ өй була икән. Ингән ерҙә аршин ярым ер – былай бөгөлһәң дә, тегеләй эйелһәң дә, баш төкөй. Шулай ҙа, аяҡ кейемдәрен һалып, төпкә үтте Абдулла. Улы ингән ерҙекенән саҡ ҡына киңерәк булған аш бүлмәһендә сәй ҡуйып маташа. – Атай, залда ял итеп тор, хәҙер сәй ҡайнай. Зал тигәне лә оҙонсараҡ кескәй ҡумта һымаҡ. Бында һәр сантиметрҙы һаранланып үлсәп кенә эшләгәндәр әллә? Ҡайҙа үҙенең һарайҙай йорто! Әбейенең түрбаш яғы ғына ла бөтөн быларҙың фатирын һыйҙыралыр. Хәйер… хәҙер әбейенеке түгел инде… Сәй эскәс, улы эшенә ҡабаланды, сығыр алдынан, анауында ғына ул минең театр тип, тәҙрә аша күренеп ултырған семәрле ҙур бинаны күрһәтеп китте. Яңғыҙ ҡалғас, серем итеп алмаҡсы булғайны ла – ҡайҙа? Күҙе лә эленмәне. Тороп, өҫ-башын ҡаҡҡылағас, улы өйрәткәнсә, ишекте йоҙаҡлап, урамға сыҡты. Тегеләй-былай күҙ һалып торҙо ла, туҡта, тегенең театрын барып күрәйем әле тип, шул яҡҡа ыңғайланы. Әмире мәктәпте тамамлағас уҡ, режиссер булам тип, атаһының, зоотехникка уҡы ла ауылға ҡайт, тигәненә ҡолаҡ һалмай, башта Өфөгә, унан хатта Мәскәүгә сығып китте. Ниндәйҙер ҙур институтта уҡыны, шикелле, унан әбейе «театрҙа эшләй» тине. Унан һеңлеһе лә артынан эйәрҙе. Абдулла, ҡулдарын артҡа ҡуйып тороп, яйлап афишаларҙы ҡарап сыҡты, улының, дөрөҫөрәге, үҙенең фамилияһын эҙләне. Башта эре хәрефлеләрен генә ҡараны, унда булмағас, бәләкәйерәк яҙмаларҙы үтте. Һаман осратмағас, ҡашын төйөп, сытырайып аҫтағыларын ижекләп уҡыны – унда ла юҡ. Һе! Театр ишегенең тотҡаһын табырға итеп, оло быялалар ҡаршыһына яҡыныраҡ баҫҡайны, улары ике яҡҡа шылып, үҙҙәре үк асылып китте. Инеп өлгөрмәне, артында тегеләр тиҙ генә тауыш-тынһыҙ ябылып та ҡуйҙы. Хикмәт! Ҡойроғоң булһа, ҡыҫылып ҡалмаҫ тимә. Һаҡта ултырыусы ир Абдулланы туҡтатты: – Кем кәрәк? Ҡарт стеналарҙы биҙәгән портреттарҙан, фотокүргәҙмәләрҙән ҡарашын ала алманы. Улының һүрәтен тапһа, төртөп кенә күрһәтер ине лә. – Улыма килдем.

