Әсәһенә шуның өсөн һаман үпкәһе үтмәгән Ишмораттың. — 26 августа 2026 г. в 15:28:02.953
Әсәһенә шуның өсөн һаман үпкәһе үтмәгән Ишмораттың. Ишморат илдән сығып киткәненә, шул ҡаҙаҡҡа барып ялланғанына,шуларҙан туҡмалғанына әсе үкенде: - Йөрө инде ситтә күтән һурпаһы эсеп. Ана Мәҙинәһе ҡасып ҡайтҡан, ә мин үҙ теләгем менән нәрәтәгә башымды тыҡтым, ҫыумейе!!! Ситтә йөрөп ярты ҡартайҙым... - үҙенең көсһөҙ булғанына үкенде Ишморат, Жомаголдө эйәртеп алып ҡайтҡанына үкенде. Яңғыҙмын, өйрәнермен Жомаголгә, тине. Кемде алданы, Жомаголдөмө? Үҙен алданы бит! Бына бөгөн, хәҙер, ошо мәл бөтә донъя танһыҡ: тыуған иле, урман, тауҙар, ап-аҡ ҡылғандар, аҡ болоттар, егеүле торған Алмасыбары, аяҡ аҫтында түшәлеп ятҡан ер еләктәре, ҡуңыҙҙары, серәкәйҙәре... Ошо танһыҡ донъяны ҡаҙаҡтың һарығы менән оҙон сыбыртҡыһына алмаштырып йөрө инде! Ике биҙрә еләк йыйҙылар, буш ҡайтып китеп булмай бит. Күрше ауылдан килгән еләк алыусыларға һаттылар. Ишморат магазиндан бер ярты алып,ике туған ағаһы Октябряттың ҡапҡаһы алдына туҡратты ылауын: - Ағайҙың хәлен белмәү яҙыҡ булыр. Рәхимә еңгәһе алсаҡ. Шундуҡ аласыҡтағы өҫтәлгә табағы менән бишбармағын да ултыртты, итен турап ебәрҙе. Ҡунаҡтарын ҡыҫтаны. - Ашап ултырығыҙ. Етешеп ултыр, килен, эй, апһын, әллә еңгәйме?... Бер яртыны ике ир шундуҡ йыҡтылар, тик Ишмораттың йөрәген баҫманы был. Ағалы-ҡустылы икәү тағы аҡбашҡа сығып киттеләр ҙә, ғәйеп булдылар. Ат егеүле килеш торҙо. - Эшкимәгән, исмаһам ат ашап торорлоҡ бесән дә сабып һалып алмағансы Ишморат. Был салғыны буғыма һалып алдығыҙмы? - Рәхимә еңгәһе үҙҙәренең арбаһынан йәшел бесәнде ҡосаҡлап әпкилеп, аттың алдына ташланы. -Ҡуй, Йомагөл, ят. Мин һыйыр һауам да, инәм. - Ишморат тастап кетте мене... - Йомагөл, беҙҙең ирҙәр ярты күрһәләр, утыҙ көн торған бисәһен түгел, утыҙ йыл торған бисәһен онота. Бушҡа күҙеңдән һейеп ултырма. Былай ҙа бошҡан эсте бошороп... Икенсе көн таң һыҙыла башлағанда ҡайттылар ирҙәр. - Жомагол, тор, ҡайтабыҙ. - Тоҡта, мен жуынамын. - Ваҡыт юҡ. Тиҙ бул. Поезға өлгөрөр кәрәк. Ике йәйәүле станцияға атлап киттеләр. Ер өҫтөнә ап-аҡ ҡына томан йәйелгән дә, шул томан яйлап ҡына һауаға күтәрелә. Ҡалҡып барған ҡояшҡа табан атлайҙар, ҡатын арттараҡ ҡалып... ,,Ап-аҡ томандар, аҡ ҡылғандар, аҡ болоттар, аҡ бурандарҙы яратам!!! Һәм ап-аҡ йөҙлө Мәҙинәмде!!!" - Ишморат күкрәген тултырып һулыш ала, әйтерһең әле һулаған иртәнге һауаһын мәңге үҙе менән йөрөтмәк! ,,Жомаголдө апарып ҡуяйым да тыуған илемә ҡайтайым. Сәпсимгә. Мәңгегә!!!" әллә нишләп шулай уйланы. Ошо китеүҙән ҡайтманы Ишморат. Ап-аҡ бурандар ине. Ҡышҡыһын мәйетен алып ҡайттылар... С. Тамимдар.

