Вахтер бабайҙы баштан-аяҡ һынап ҡараны: — 3 июля 2026 г. в 16:41:22.134
Вахтер бабайҙы баштан-аяҡ һынап ҡараны: – Кем улығыҙ? – Режиссер. – Фамилияһы? – Ә нимә, улар бында күмәкме ни? – Етәрлек. Кем инде? – Тимербулатов. – Ҡаршыһындағының һаман бер ни аңламаған ҡарашын тотоп торғас, өҫтәп ҡуйҙы, – Әмир Абдулла улы. – Юҡ, бында ундай режиссер юҡ. Бәлки, икенсе театрҙалыр, һеҙ дөрөҫ килдегеҙме? – Нисек инде юҡ?! Бая ғына мине самолеттан ҡаршы алды, ҡайҙа икәнлеген тәҙрәнән күрһәтеп китте, артынан ғына килдем… – Туҡта! – Бабайҙың ныҡышыуына аптырап, театрҙа эшләүселәр яҙылған ҡалын дәфтәрҙе ҡутара башлаған вахтер бер биттә туҡталды. – Тик был режиссер түгел, артистарға ярҙам итеүсе… бына… Тимербулатов Әмир Абдулла улы, тиелгән. – Артистарға нишләүсе? – Ярҙам итеүсе, йәғни гастролдәргә сыҡҡанда йәки спектаклдәргә әҙерләнгәндә артистарҙың костюмдарын күтәрешеп, күсерешеп йөрөшә. Костюмдары күп бит уларҙың. Әйҙәгеҙ, янына үткәрәм. Бер ни аңламаған Абдулла, йылғыр вахтер артынан саҡ өлгөрөп, оҙон коридорҙар буйлап әллә нисә боролош үтеп, костюмдар бүлмәһенә килеп инде. Ҡараһа – улы кейем-һалым менән буталана, килештереп халат кейеп тороп алған. Инеүсегә баш ҡалҡытып ҡарағас, ҡулына тотҡандары төшөп китте. – Атай?.. Абдулла әкрен генә килеп, улының аяҡ аҫтындағыға ымланы: – Быларҙы нимитәң? – Кер йыуыусыларҙан йыуҙыртып, үтекләтеп алам, деталдарын барлайым, барған ерҙәренә күсерәм… – Шуның өсөн дә аҡса түләйҙәрме ? – Түләйҙәр… Әмирҙең эш рәте китте. Атаһының ҡарашы аҫтында, кәнфит урлап тотолған малай шикелле ыуаланып, күпме торорға мөмкин? Шулай уҡ өндәшмәй ҡалыу ҙа урынһыҙ. – Атай… Бына шулай килеп сыҡты инде… Абдулла, эйелеп, бер сепрәкте күтәреп ҡарап торҙо ла, уның ҡатын-ҡыҙ күлдәге икәнлеген аңлағас, «Тьфү!» тип, кире урынына быраҡтырҙы. – Бисәләр итәген йыйып йөрөүсе инде әтеү һин? Ошоға уҡыттылармы ни йылдар буйы? – Уҡыуҙы тамамлай алманым бит… Унан кире дауам итермен, ана-бына тип йөрөп, ваҡыт үтте лә китте. Ғаилә булғас, бала тыуғас, ул хыял да һүрелде. – Йә, һуң бынан башҡа эш булманымы? Шофермы… һуң урам һеперһәң дә… – Театр яҡын шул миңә, атай, ошо мөхиттә кем булып булһа ла йөрөргә ризамын. Бәлки, берәй мәл уҡып та сығылыр. Бында йөрөп режиссер эшенең бар нескәлектәрен өйрәндем, көн дә йоҡлап киткәнсе хыялымда әллә ни төрлө күренештәр ҡуям. – Ә ниңә мин был хаҡта белмәнем? Әсәйең «уҡый, театрҙа эшләй» тигәс, ней. – Һин күп нәмәне белмәнең ул, атай. Әсәй бит һәр ваҡыт «атайығыҙҙы көйҙөрмәгеҙ, атайығыҙҙы борсомағыҙ» тип тыҡыны. Һинең, шулай итеп, тейелмәй, ҡуҙғытмай торған донъяң булды. Беҙ бөткөһөҙ проблемаларыбыҙ менән унда инә алманыҡ. Тик бына хәҙер һаҡсың ғына юҡ, – был һүҙҙәрен улы нисектер үсләшкән кеүек тә әйтте, шикелле. – Һы-ы… – Абдулла был яңылыҡҡа асыуланырға ла, көйөнөргә лә белмәне. Бындай һынау алдында бер ваҡытта ла ҡалғаны булманы бит. Балаларынан бер ҙә күңелһеҙ хәбәр алғаны, уларҙың ыҙаһын тойғаны юҡ ине. Йәшләй генә йорттан осоп китеп бөттөләр ҙә, ҡайтып-киткәндәрендә ҡатыны: «Барыһы ла һәйбәт, барыһы ла яҡшы», – тип кенә торҙо. – Ярай инде, атай, ул хәтлем аптыранма. Мин был йөк менән йәшәп өйрәнгәнмен. Ул хәтлем катастрофа яһамайыҡ, йәшәүҙең башҡа матурлыҡтары ла, ҡыуаныстары ла бар ул. Ҡайтайыҡ, әйҙә. Киленең дә ҡайтыр. Абдулланың ниңәлер ул ҡыҫыҡ фатирға ҡабаттан барып ингеһе килмәне. Фатирҙан бигерәк, улы менән нимәлер хаҡында һөйләшергә хәле юҡ ине. Әрләргәме, йәлләргәме инде уны? Их, әбейенең юҡлығы!.. – Бер ҡуҙғалып сыҡҡанда Зәкиәләргә лә барып етәйем. Атайым Мәскәү һынлы Мәскәүгә килеп тә, мине күрмәй ҡайтҡан, тимәһен. Атаһының кәйефен аңлаған Әмир ҙә артыҡ ныҡышманы, икеһенә лә бер аҙ ваҡыт ҡамасау итмәҫ, уйҙарын йыйнап, фекерҙәрен төйнәп алырға кәрәк. Такси тигән нәмәң, айға тиһәң, айға ла алып барыр заман инде. Ауылдан район үҙәгенә барғандай ғына ваҡыт йөрөтһә лә, эҙләп тапты бик тәки. Алдан хәбәр итмәгәс, ҡыҙы, көтөлмәгәнлектән, ишеген асып ебәргс, атаһына танымаған кеүек текәлеп торҙо. – Һо-о! Атаңды онотҡанһың да икә-әнһең, ә? – Атай! Күҙемә күренәһеңме, тип торам! Бында нисек килеп сыҡтың?! Атаһы өсөн Әмир яуап бирҙе:

