Мин тормошто һөйәм. Хәниф Кәрим — 13 июля 2026 г. в 04:51:36.606
Мин тормошто һөйәм. Хәниф Кәрим Мин тормошто һөйәм, яңғыҙ бала Һөйгән кеүек туған әсәһен. Беләм: Йөрәгемдең талмаҫлығын, Бер үк уттар менән янаһын... Мин тормошто һөйәм. Аяҡ баҫҡан Ерҙе, төпһөҙ тәрән күгемде, Илемдәге һәр бер ҡыуаҡ, ташты... Айыра алмайынса күҙемде, Ҡарайым мин тирә-яғымдағы Нур уйнауға. Шашып уйлайым: Кислородһыҙ йәшәп булмағандай, Мин был илһеҙ йәшәй алмайым! Һөйәм: баҫыуҙағы йәшел тулҡын, Диңгеҙ ярындағы ҡаяны, һәм тайганың ҡырағай мөйөшөн дә, Ҡайҙа әле кеше аяғы, Бәлки, баҫмағандыр. Тик йәнлектәр Йылы өңдә бала үҫтереп, Йәшәй булыр. Урман батшаһындай, һоро айыу ғына үкереп, Солоҡ умартанан бал урлап һәм Ҡырмыҫҡа ояһын туҙҙырып, Көн иткән ерҙе лә... Беләм, бында Халҡым бер саҡ ҡала тыуҙырыр! Һөйәм: далаларҙың күҙ етмәҫен, Тауҙың болоттарҙы тишкәнен, Түбәһенә күҙем ташлағанда, Башта бүрек тормай төшкәнен! Ҡайнарлығын ҡояш нурҙарының, Яҡтылығын тыуыр көндәрҙең, Ҡуйылығын яҙғы томандарҙың, Зәңгәрлеген уйсан күлдәрҙең... Мин бит хаҡлы: һөйәм уяныуын Тәбиғәттең, кеше уйының. Ижадсының төҙөгән һәйкәлдәрен, Домнасының ҡойған суйынын; Эшсән ҡулдар һалған һәр кирбесте, Көҙгөләнгән нефть күлдәрен, Чайковский яҙған һәр нотаны, Көңрәп сыҡҡан ҡурай көйҙәрен, Күҙ ҡараштың асыҡ, тәрәнлеген, Дуҫлыҡ һәм һөйөүҙең ныҡлығын, Кеше йөрәгенең керһеҙлеген, Тау шишмәһе кеүек сафлығын; Халыҡтарҙың үлмәҫ туғанлығын — Йылдар шиңдерә алмаҫ емешен, Дошманыңды көйрәтерлек асыу... һөйәм кешелеген кешенең! Мин тормошто, Ватанымды һөйәм. Эске ярһыу менән уйлайым: Кислородһыҙ йәшәп булмағандай, Мин был илһеҙ йәшәй алмайым!

